Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ваҡытлыса килемһеҙ ҡалып, түләүҙе дауам итә алмаған граждандар өсөн ипотека каникулдары индерергә тәҡдим итте.“Бөгөн күп кешеләр, ғаиләләр төрлө маҡсатта кредит ала. Әлбиттә, был осраҡта үҙеңдең яуаплылығыңды аңларға, көсөңдө самаларға кәрәк – барыһы ла билдәле. Шулай ҙа тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал: эш урыныңды юғалтыу ҙа, ауыр сир ҙә. Бындай осраҡта бурыслыны албырғатыу – кешелекһеҙлектең һуңғы сиге. Бындай граждандарҙы яҡлау өсөн өҫтәмә ҡануни гарантиялар кәрәк”, – тине Президент.
Владимир Путиндың һүҙҙәренсә, был бурыслыларҙың торлағын һаҡлап алып ҡалыу, ә кредит буйынса түләүҙе аҙаҡҡараҡ күсереү мөмкинлеген бирәсәк.
“Мәсьәлә ябай түгел. Эште шундай итеп ойошторорға кәрәк: кешегә лә ярҙам булһын, финанс ойошмаларға ла зыян килмәһен”, – тип белдерҙе ил етәксеһе.
Владимир Путин шулай уҡ Үҙәк банкка һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына микрокредит биреү баҙарында тиҙ арала тәртип булдырыу, кешеләрҙе алдыҡтан, мутлыҡтан аралау бурысын ҡуйҙы.