Балаларың күп икән, ярҙам ал!20.02.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләге беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәрҙе ике йәшәү минимумы күләменә тиклем күтәрергә тәҡдим итә. Был пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы. Шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырасаҡтары хаҡында әйтте.

Президент Үҙәк банкка ипотека ставкаһын туғыҙ процентҡа тиклем, ә һуңынан һигеҙгәсә ҡәҙәр кәметеү буйынса саралар күрергә ҡушты.

“Әле күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ташлама бар, улар алты процент түләй, ҡалғанын дәүләт субсидиялай. Ләкин бының менән дә һирәк файҙаланалар, сөнки льгота ни бары өс йәки биш йыл ғына ғәмәлдә. Ташлама ипотеканы түләп бөткәнсе ғәмәлдә ҡалһын тигән тәҡдим индерәм, — тине Владимир Путин. — Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡло булыуын иҫәпкә алып, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн дә өҫтәмә ярҙам сараларын булдырыу мөмкин тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, ундай ғаиләләр өсөн 450 мең һум ипотека бурысын ҡаплауҙы”.


Владимир Путин быйылғы бюджетта уҡ ошо сараларҙы яңынан иҫәпләргә тәҡдим итте. 2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. 2021 йылға тиклем илдә 200 меңдән ашыу урын булдырыу зарур. 90 меңе быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тине дәүләт башлығы.




Вернуться назад