“Симферополь” халыҡ-ара аэропортында Сибайҙан ял итергә килгән 125 баланы ҡаршы алдылар. Бөгөн кискә тиклем йәнә 125 ҡыҙ һәм малайҙы көтәләр. Ҡатмарлы экологик хәл айҡанлы, Сибай ҡалаһы балаларын Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов ҡунаҡҡа саҡырғайны.
Төбәктең Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Алла Пашкунова балаларҙы ҡаршы алып:
– Барыһы ла әҙер – педагогик коллектив та, медицина базаһы ла. Экскурсоводтар балаларға республика тураһында һөйләйәсәк. Ике аҙна эсендә ҡунаҡтар һаулығын нығытып ҡына ҡалмаясаҡ, Ҡырым хаҡында яҡшы тәьҫораттар ҙа аласаҡ, – тине. Ул самолетта осоуҙың – Башҡортостан, ә сәләмәтләндереүҙең Ҡырым иҫәбенә башҡарылыуын да белдерҙе.
Балалар килеп төшөү менән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Илгинә бында бер тапҡыр ҙа ял итмәгәнен хәбәр итеп, Ҡырымда әле шул тиклем йылы булыуына һоҡланды. Ә Илдар дуҫтары менән бергә килеүен, әммә уларҙың икенсе төркөмгә эләгеүен, диңгеҙҙе һәм тауҙарҙы күрергә ашҡыныуын әйтте.