Башҡортостан халҡын “Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын биреү көнө” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.
Республикабыҙҙың Мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә 22 февралгә билдәләнгән сараны уйын формаһында ойошторорға ҡарар иткәндәр. Ата-әсәләр менән бергә хатта башҡарма власть органдары вәкилдәре лә һынау тотасаҡ.
Белем кимәлен тикшереү урыны – Өфөләге Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, шәхесте раҫлай торған документ. Ҡара гель ручкаһы һәм бейджик алырға онотмағыҙ.