Ҡар менән айҡаша-айҡаша, һаман еңеп булмай. Аптырағас, ҡала халҡына ла урамдарға сығып, ихаталарҙы таҙартышыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорай башланылар.
Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте “Ҡарлы флешмоб” иғлан итте. Бөгөн чиновниктар тышҡа сығып, белем биреү учреждениеларына табан барған юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙарта.
Улар ҡала кешеләренә лә акцияға ҡушылырға һәм үҙҙәренең ихаталарында балалар майҙансыҡтарына бара торған юлды таҙартырға саҡыра.
Быға тиклем вице-мэр Салауат Хөсәйенов юлдарҙы, ихаталарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыуға ике көн ваҡыт биргәйне.