Эште кем көйләй?20.02.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

– Уртаҡ бурыс – тармаҡты үҙгәртеп ҡороу ғына түгел, хаҡты нигеҙһеҙ арттырыуға ла юл ҡуймау, – тине ул. – Был мәсьәләне айырым контролдә тоторға кәрәк, шул иҫәптән Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә лә. Ҡайһы бер төбәктәр пенсионерҙар, инвалидтар, ишле ғаиләләр өсөн ташламаларҙы ғәмәлгә индерҙе. Был бик яҡшы.

Премьер-министр әйтеүенсә, “Рәсәй экологик операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһы төбәк операторҙарының эшен көйләйәсәк. Әйткәндәй, ул шулай уҡ 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн түләү ставкаһын 2018 йыл кимәлендә һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.





Вернуться назад