“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”20.02.2019
Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары.

Улар Ишембай районында урынлашҡан пульмонология шифаханаһында сәләмәтлеген нығытты. Алты йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге 50 бала ике аҙна буйына һауыҡтырыу процедуралары ҡабул итте: рәхәтләнеп тоҙ бүлмәһендә булды, ароматерапия, массаж, “тау һауаһы” һуланы, бассейнда рәхәтләнеп йөҙҙө. Быларҙың барыһы ла ҡыҙ һәм малайҙарҙың иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итте.

Әйткәндәй, ял иткән балаларҙың барыһы ла карьерҙан 500 метр алыҫлыҡта йәшәй.





Вернуться назад