Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк20.02.2019
Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск ҡалаһынан Симферополгә осто.

Делегацияны алты автобуста ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып барҙы. Сибай ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йәмле Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала Евпаторияның “Хыял” шифаханаһы ҡабул итәсәк. Бәхетлеләрҙе оҙатырға республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов килде.

Ял итергә барыусыларҙың байтағы самолетҡа тәүге тапҡыр ултыра, шунлыҡтан уларҙың уй-кисерештәрен аңларға була. Күптәр тулҡынлана һәм тиҙерәк диңгеҙҙе күрергә теләй. Мәҫәлән, 11 йәшлек Вилдан бассейнда ҡолас ташлап йөҙөргә теләүен әйтеп, Ҡырымды үҙ күҙҙәре менән күрәсәгенә ҡыуанды. “Камил һәм Руслан тигән иптәштәр таптым, улар менән бер бүлмәлә йәшәргә һөйләштек”, – ти.

Вилдандың әсәһе Лиза Ноғоман ҡыҙы улының ял итергә барыуына шат.

– Беҙ карьерға бик яҡын урынлашҡан Баймаҡ урамында йәшәйбеҙ. Бәләкәс улыбыҙҙы алыҫҡа ебәреүгә ҡаршы килмәнек, Йомағужа ағаһы 12 йәшендә генә Аргентинаға кунг-фу буйынса донъя ярышына барғайны әле. Иң мөһиме – сәләмәтлектәрен нығытып, имен-һау ҡайтһындар, – тине ул.

Әйткәндәй, Сибайҙан барлығы 279 кеше Ҡырымға юллана: 250 бала, 21 оҙатып барыусы, һигеҙ медицина хеҙмәткәре.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанға эш сәфәре барышында Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов Сибайҙағы экологик хәл менән яҡындан танышып, ҡала уҡыусыларын үҙҙәрендә ял итергә саҡырғайны.

Был балалар 6 мартҡа тиклем ял итәсәк, 10 мартта йәнә бер төркөм Ҡырым шифаханаларына юлланасаҡ.


Вернуться назад