Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар20.02.2019
Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл эсендә Бөрө районын һәм Күмертау ҡалаһын уҙып киткән.

Был һәм башҡа мәғлүмәттәр район хакимиәте башлығы Николай Самойленконың ошо көндәрҙә муниципаль район советы ултырышындағы сығышынан билдәле булды. Былтыр район халҡы 2 069 кешегә артҡан, миграция үҫеше буйынса ул, Өфө районынан ҡала, республикала икенсе урынға сыҡҡан. Предприятиелар үткән йыл 25 миллион һум табыш алған, алдағы йыл менән сағыштырғанда, был 4,8 тапҡырға күберәк. Хеҙмәт баҙарындағы хәл тотороҡло һаҡлана.




Вернуться назад