Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?20.02.2019

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ.

Бынан бер нисә йыл элек Өфөлә йәшәгән хәлле генә танышым ҡунаҡҡа саҡырғайны. Маҡсаты талантлы, алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе таныштырыу булған икән. Арабыҙҙа һүрәттәре күргәҙмәләр залына ҡуйылып танылған рәссам ҡыҙ, күп төрлө фән олимпиадаларында еңгән ҡыҙ, теннис уйнап ҙур уңыштарға өлгәшкән егет, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған пианист ҡыҙыҡай булды. Һәм мин. Ни йырсы түгелмен, ни башҡа оҫталығым юҡ – аптырап ҡалдым, бында ниндәй сәбәп менән килеп эләктем икән? Баҡһаң, әлеге татар апай башҡорт булыуымды, башҡорт гәзитендә эшләп, телде пропагандалауымды юғары баһалап, мине лә саҡырған булып сыҡты. Шул да булдымы уңыш? Ана рәссамдар, артистар һәм спортсылар, эйе, улар афарин, данға лайыҡ ижадсылар.

Ә мин бит ни бары туған телемдә һөйләшәм дә туған телемдә яҙышам ғына... Йылдар үтә килә, шул осрашыуҙы күңел аша үткәреп, уның мәғәнәһенә әле саҡ яйлап ҡына төшөнә башланым буғай...

Өфөлә башҡорт булыу еңелме?

Сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорт­тар менән осрашҡан саҡта уларға ҡарата бер шағирҙың әйткән һүҙҙәре иҫтә ҡалғайны: “Ситтә башҡорт булыу еңел ул, бына үҙ ереңдә баш­ҡорт булып ҡара!” Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Ситтә улар бер урында туплана, аҙ булғанға күрә, берҙәм һәм татыу. Республиканан да төрлө яр­ҙам килеп тора, даими иғтибар тойоп йәшәйҙәр.

Ә бына Башҡортостанда көн күргән башҡорттар ундай түгел. “Беҙ күмәк, мин үҙ телемдә һөйләш­мә­һәм дә, башҡалар һөйләшер, ба­ла­ларын өйрәтер” тигән принцип менән йәшәгәндәр күпселекте тәшкил итә.

Ауылдарҙа ла күпкә еңелерәк ул башҡорт булыу ғәмәле. Борондан үҙ телендә аралашып үҫкән ауыл кешеһе барыбер һөйләшә, көн­күрештә башҡортса телмәрҙе киң файҙалана. Был йәһәттән өлкәндәрҙең дә роле ҙур.

Башҡорт булыуҙың төп ауыр­лығы, әлбиттә, ҡала кешеләре иңенә төшә. Айырыуса миллиондан ашыу халҡы булған Өфөлә. Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәре буйынса, баш ҡала халҡы­ның 15 проценттан ашыуын (174 мең самаһы) башҡорттар тәшкил итә. Иҫәпләп ҡараһаң, байтаҡ ҡына кеүек. Ә шуларҙың көнкүрештә лә үҙебеҙсә аралашҡан, телде белгән һәм өйрәнгәне нисәү икән?

Шуға иғтибар иткәнем бар: ауылдан килгән кешеләр Өфөлә, ҡиә­фәте башҡорт йә татарға оҡшаған сит кешегә мөрәжәғәт итергә кәрәк булһа, уға тартыныуһыҙ үҙ телендә өндәшә. Үҙемдән сығып шуны әйтә алам: бик таныш булмаған кешенең башҡорт икәнлеген белгән хәлдә лә, ни өсөндөр русса һөйләшәм уның менән. “Телдән оялыу” тип әйтеү дөрөҫ түгел был осраҡта, һис улай түгел. Тик барыбер ниндәйҙер эске ҡаршылыҡ бар. Ошоно еңеү маҡсатында тәжрибә яһау уйы башҡа килде лә.

Йәшәгән еребеҙ Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник да­уаханаһынан бик йыраҡ түгел, шуға күрә беҙҙең яҡта Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән байтаҡ кеше йөрөй. Уларҙың күпселеге – өлкән йәштәге башҡорт ағай-апай­ҙары. Даими рәүештә үтеп барыусы­ларҙан дауаханаға илткән юлды өйрәтеүҙе үтенә улар. Элегерәк иһә мөрәжәғәт итеүселәргә урыҫ­салап яуап бирә инем. Был юлы иһә, башҡортса ғына һөйләшергә, тип һүҙ биргәнемде иҫтә тоттом.

– Как дойти до республиканской больницы? – тип һораны, күп тә үтмәй, йөҙөнән үк башҡортлоғо күренеп торған апай.
– Анау светофорға тиклем тура барығыҙ ҙа, уңға боролоп, тағы туп-тура үтһәгеҙ, тап өҫтөнә барып сығаһығыҙ, – тип яуап бирҙем.
Ҡабаланыуҙан борсолоп, тирә-яғына ҡаранып торған апай ҡапыл туҡтап ҡалды, аптырап миңә ҡараны ла... йылмайып ебәрҙе.
– Һай-й-й, үҙебеҙҙең кеше икәнһегеҙ ҙәбаһа, ҡайһылай йәтеш булды. Ҡайһы райондан килдегеҙ?

“Өфөнөкө” тигән яуап алғас, тағы бер аҙ аптырабыраҡ торҙо ла, шатланып, хәлен теҙеп һөйләп алып китте. Ғафури районынан йүнәлтмә буйынса баш ҡалаға дауаханаға килгән икән. Был яҡҡа тәүгә юлланыуы, шуға күрә юлды белмәй.

– Башҡортса һөйләшкәс, ҡайһы­лай күңелгә рәхәт булып китте, – тип хушлашты апай.

Икенсе тапҡыр тәжрибәне дауам итеп, өй янындағы кибеткә килдем. Унда эшләгән йәш һатыусының әллә башҡорт, әллә татар телендә бутап-бутап телефон аша һөйләш­кәнен ишеткәнем бар, тик башҡалар кеүек уға урыҫса мөрәжәғәт итә инем. Әммә ошо урында бер ауыр­лыҡҡа юлыҡтым. Ярар, үҙеңдән өл­кән кешегә “апай, ағай” тибеҙ, би­герәк йәш булһалар, “һең­лекәш йә ҡустым” тип өндәшергә була. Ә тиң­дәштәргә башҡортса кем тип мөрә­жәғәт итергә? Урыҫса “молодой человек” йә “девушка” бик урынлы. “Ҡыҙыҡай йә ҡатынҡай” тип әйтмәйһең дә инде... Бер нисек тә килештерә алмағас, һүҙемде тура һорауҙан башларға булдым.

– Бер икмәк кенә биреп ебәрегеҙ әле, – тинем, сиратым еткәс.

Аптыраны, тик бик белдертмәне. Һүҙһеҙ генә кәрәкле тауарҙы алып бирҙе. Хеҙмәтләндергән өсөн түләп, рәхмәт әйтеп сығып барғанда, башҡортсалап:
– Һау булығыҙ, тағы килегеҙ, – тип йылмайҙы.

Шулай тағы әллә нисә тапҡыр ҡала урамдарында кешеләргә баш­ҡортса мөрәжәғәт иттем, яуап бир­ҙем. Бер кем дә ауыҙға ла һуҡманы, сит планетанан килгән кешегә ҡа­раған кеүек, ятһынып та ҡараманы. Белгәне үҙебеҙсә яуап ҡайтарҙы, аңламағаны урыҫса мөрәжәғәт итеүҙе һораны.

Олатай урыҫса “аңламай”

Ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарым бар. Икеһе лә Өфөләге урыҫ те­лен­дә тәрбиә биргән балалар баҡса­һына йөрөй. Ҙуры – урыҫ төркө­мөн­дә, бәләкәйен ҙур тырышлыҡ менән башҡорт төркөмөнә урын­лаш­тырҙыҡ. Өлкәне баҡсаға бар­ған­да урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй ине. Тик башҡортсаны онотмай, дө­рө­ҫөрәге, оноттормайбыҙ. Яңылыш ҡына “мама йә папа” тиһә, уны өйҙә бер кем дә “ишетмәй”. Ә ауылға олатай менән өләсәй янына ҡайтһа, унда урыҫса бөтөнләй “аңламайҙар” ҙа ҡуялар. Аңламау ғына ла түгел, урыҫ телендә һөйләшеү ҡәтғи тыйыла олатай йортонда. Һәм был ҡанун һәр кемгә ҡағыла, ҡала мөхитендә үҫкән кейәүҙәр ҙә ҡайныһы менән тик башҡортса һөйләшә.

Бәләкәсе башҡорт төркөмөнә йөрөй, әммә унда балаларҙың ярты­һынан күбеһе урыҫ милләтенән. Ә тәрбиәселәр барыһы ла – башҡорт. Рәхәтләнеп үҙебеҙсә аралашабыҙ улар менән. Беҙҙең телгә ҡарата теләкте белгәс, ҡыҙым менән дә башҡортса ғына мөғәмәлә итергә тырышалар.
Маҡтанып йә кемгәлер аҡыл өйрә­теүҙән белдермәйем фекерҙә­ремде. Һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ ҡағиҙәләре бар, тигәндәй был мәсьәләлә. Ҡыҙҙарым да әле бик бәләкәй. Кем белә, бәлки, мәктәпкә барһалар, бөтөнләй башҡортса һөйләшмәй ҡуйыуҙары ла бар бит. Ни бары шуны ғына әйткем килә: барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Телде яҡлау, һаҡлау, үҫтереү, өйрәтеү, уҡытыу-уҡытмау – ата-әсә, олатай-өләсәй ҡулында. Балаларға нимә өйрәтһәң дә, һеңә ул.

Ошо урында тағы шуға иғтибар иткем килә: үҙебеҙҙең балаларҙы туған телебеҙгә өйрәтеүгә башҡа милләт вәкилдәре ситһенеп йә аң­ламай ҡарамай. Ҡыҙым менән балалар баҡсаһында башҡортса һөйләшкәнде күргән урыҫ балалары йыш ҡына әсәләренән “улар ниндәй телдә һөйләшә ул?” тип һорағанын ишеткәнем бар. “Үҙенең туған тел­дә­рендә, улар урыҫ түгел”, – тип яуап бирәләр һәм балаларына мил­ләт төшөнсәһен аңлата башлайҙар.

Бер көн ҡыҙым менән супермаркетта “нимә алырға икән?” тип һөй­лә­шеп йөрөгәнебеҙҙе ишеткән олпат ҡына ағай беҙҙе ихлас маҡтап китте. “Мин профессор, ҙур вузда уҡытам. Районда тыуһам да, бәләкәйҙән ҡалала үҫкәс, туған телем онотолған, бик үкенес. Студенттарым араһында үҙ телдәрендә һөйләшкәнде ишетһәм, гел маҡтайым, яҡшыраҡ баһа ҡуйырға тырышам. Өйрәтегеҙ балағыҙҙы туған теленә, оноторға бирмәгеҙ. Телдәр белеү бер кемгә лә зыян килтермәгән әле. Ҡайғырмағыҙ, инглизсәһен дә, башҡаһын да хатта еңелерәк өйрәнәсәк”, – тип күңелде күтәргәйне ул.

Ә шулай ҙа матур телебеҙ, халҡыбыҙ...

Бер хәтирә иҫкә төштө. Студент саҡтарҙа булды был хәл. Маршрут автобусына инеп ултырғас, ҡар­шым­дағы зауыҡлы итеп кейенгән бик сибәр ҡатынға иғтибар иттем. Үҙ-үҙен тотошо бик ипле, авто­бустағы бар халыҡты үҙенә ҡаратты был ханым. Мин дә йәшереп кенә һоҡланып ҡарап бара торғас, уның кеҫә телефоны шылтыраны. Шул саҡта уның бик итәғәтле, матур итеп башҡортса яуап биреүен ишеткәс, күңелдә ысын мәғәнәһендә халҡыма ҡарата ғорурлыҡ хисе уянғайны. Ана бит беҙҙең халыҡ ҡайһылай матур ҙа, ипле лә.

Шундай күркәм телебеҙ бар, ә беҙ унан кәмһенеп, вата-емерә урыҫса һөйләшеп маташҡан бу­лабыҙ. Айырыуса студент саҡтарҙа шулай ҡылана торғайныҡ: йәнәһе, беҙ ауылдан килгән ябай ҡыҙҙар түгел, ә рус телендә иркен һөйләшә беләбеҙ. Ғаиләне лә бүтән милләт кешеһе менән ҡорһаҡ, был осраҡта телде генә түгел, динде лә алмаштырабыҙ...

Хәтерләһәгеҙ, бер нисә йыл элек социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен яҡлау буйынса акция ойошто­рол­ғайны. Унда “Мин башҡортса һөйлә­шәм” тигән һүрәттәрҙе сәхифәнең төп фотоһы итеп ҡуйып, башҡортса аралашыу маҡсаты ҡуйылғайны. “Бәйлә­нештә”ге профилгә инеп шундай һүрәттәргә ҡарау бигерәк күңелле ине. Бөгөн дә бар телһөйәр йәштә­ребеҙ, уларға өйрәтеп, ярҙам итеп торған өлкән быуын вәкилдәре лә бихисап. Был эштә бар юлдар ҙа яҡшы. Мәктәптә, балалар баҡса­ларында булһынмы, гәзит-журналдамы йә интернеттамы. Саҡ ҡына әүҙемлек кәрәк. Әммә тәүге аҙым­дың үҙебеҙҙән торғанын онотмайыҡ!


Вернуться назад