“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер инспекторы” конкурсына йомғаҡ яһаны.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәткәре Әлфинә Ҡарағужина хәбәр итеүенсә, был бәйге йыл һайын ойошторола. Уның маҡсаты – квалификациялы белгестәрҙе асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм һөнәри кимәлдәрен күтәреү.
Салауат ҡалаһы хакимиәтенең муниципаль контроль идаралығы урынбаҫары Елена Рылеева еңеүсе тип табылды. Икенсе урында – Белорет ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлексәһенең баш белгесе Татьяна Колесниченко. Өсөнсө урынға иһә ике кеше лайыҡ булды. Улар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең муниципаль ер контроле бүлегенең баш белгесе Василий Железняков менән Өфө районының муниципаль контроль идаралығының баш белгесе Денис Путинцев.