2018 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенә граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһындағы мәғлүмәт20.02.2019
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойош­маларҙың мөрәжәғәттәре (артабан — граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждан­да­рының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Баш­ҡорт­остан Республикаһында граж­дан­дарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу күрһәтмә­һенә ярашлы тормошҡа ашырыла.

Мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса граждандар өсөн тәғәйенләнгән мәғлү­мәттәр Башҡортостан Хөкүмәтенең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/www.pravitelstvorb.ru) урынлаш­тырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәксе­ләренең күсмә ҡабул итеү графиктары, Башҡортостан Хөкүмәте Регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш мәғлүмәттәре, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы

Отчет осоронда республика Хөкүмә­тенә 16 944 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 3429-ы Башҡортостан Башлығы Хакимиә­тенән, 6199-ы — Рәсәй Федерацияһы Пре­зиденты Хакимиәтенән, 189-ы — Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Дума­һынан, 347-һе Рәсәй Федерацияһы Хөкү­мәте Аппаратынан ҡуйылған мәсьә­лә­ләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса ҡайтанан ебәрелгән, 6780 мөрәжә­ғәт граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән.

Юғары дәүләт власы органдарынан граж­дандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәренә ҡағылышлы мәғлүмәтте һорап 434 хат килгән.

Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары

2018 йылда килгән мөрәжәғәттәрҙә 17560 мәсьәлә күтәрелгән. Шуларҙың 5817-һе (33,1 %) — торлаҡ-коммуналь өлкә­гә, 4827-һе (27,5 %) — иҡтисадҡа, 4319-ы (24,6 %) — социаль өлкәгә, 1986-һы (11,3 %) — дәүләт, йәмғиәт һәм сә­йәсәт өлкәһенә, 611-е (3,5 %) оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм законлылыҡҡа ҡағыла.

Башҡортостан Республикаһы халҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, нигеҙҙә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү (1600 мөрәжәғәт), дөйөм мөлкәтте (канализацияны, елләтеү системаһын, ҡыйыҡты, ҡойманы, инженерлыҡ ҡорамал­дарын, дөйөм файҙаланыу урындарын, йорт яны ихаталарын) тәртиптә тотоу (1736), коммуналь хеҙмәт күрһәтеү (168);

иҡтисад өлкәһендә: граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, ошо өлкәне дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (1169 һорау), юлдарҙы, шул иҫәптән тротуарҙарҙы төҙөкләндереү (651), комплекслы төҙөкләндереү (385), икенсел сеймалды һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, полигондар, тирә-яҡ мөхитте бысратыу, һауаға зарарлы матдәләр сығарыу (64);

социаль өлкәлә: һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт, туризм (1434 мөрәжәғәт), мәғариф, фән, мәҙәниәт (792), хеҙмәт һәм халыҡтың мәшғүллеге (420), социаль тәьминәт һәм социаль страховкалау (1313), ғаилә (407) мәсьәләләре борсой.

Асыҡланыуынса, иң күп мөрәжәғәт Өфө (4647), Стәрлетамаҡ (970), Октябрьский (517), Салауат (439), Нефтекама (386) ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө (422), Белорет (385), Туймазы (332), Ишембай (332), Иглин (242), Мәләүез (228), Бәләбәй (208), Учалы (204) райондарынан килгән.

Граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү тураһында

Халыҡтан телдән һәм яҙма килгән мөрә­жәғәттәр менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә республика Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталда граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Рес­публиканың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында күсмә ҡабул итеүҙең датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмә­тенең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/www.pravitelstvorb.ru) граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары ха­лыҡты Республика йортондағы йәмә­ғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ҡабул итә.

Отчет осоронда Республика йортон­дағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмә­һендә ошондай 28 сара үткәрелгән. Уларҙа 130 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған. 29 күсмә ҡабул итеүҙә иһә 126 кешенең мәсьәләһе тикшерелгән.

Республика дәүләт органдары етәксе­ләре 201 күсмә ҡабул итеү сараһы ойошторған. Уларҙа 1003 кешенең үтенесе ҡаралған.


Вернуться назад