Урамда – йәй, әммә ҡышҡа әҙерлек тикшерелә05.06.2012
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Энергетика хужалығын, торлаҡ-коммуналь һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы 2012 – 2013 йылдарҙағы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләү тураһында” тигән мәсьәлә буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин алып барҙы.

2012 – 2013 йылдарҙағы көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона тиклем Башҡортостанда 74 километр оҙонлоғондағы иҫкергән йылылыҡ һәм 247,5 километрлыҡ һыу үткәргес селтәрен алмаштырырға кәрәк. Ҡышҡылыҡҡа шулай уҡ 1500-гә яҡын ҡаҙанлыҡты, 62 үҙәк йылылыҡ пунктын әҙерләү бурысы тора.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса быйыл күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға 831 миллион һум аҡса бүленде. Ошо фонд ярҙамында 375 мең квадрат метр майҙандағы 114 күп фатирлы йортто ремонтлау күҙҙә тотола, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Кислицин.
Программаға ярашлы урамдарҙы яҡтыртыуға 227,2 миллион һум, коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү өсөн 617,4 миллион, коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 632,6 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, 44 коммуналь объектты реконструкциялауға һәм төҙөүгә адреслы инвестиция программаһы буйынса республика 740,9 миллион һум аҡса аласаҡ. Министр урынбаҫары ҡайһы бер бәкәлгә һуҡҡан мәсьәләләрҙе лә билдәләп, газ һәм йылылыҡ өсөн бурыстарҙың кәмемәүен әйтеп үтте.
Ултырышта шулай уҡ мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, “Газпроммежрегионгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Әхмәтшин, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Кремер сығыш яһаны.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад