Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр19.02.2019
Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар. Инцидент Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында булған.

“Сәбәбе шул: был ҡыҙ автобуста ташылған балалар исемлегенә индерелмәгән булған, – тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһында. – Һөҙөмтәлә һигеҙ йәшлек уҡыусы ауылдың осонда урынлашҡан өйөнә һыуыҡта йәйәү ҡайтырға мәжбүр ителгән. Был хәлде белгән әсәһе прокуратураға ғариза яҙған”.

Ошонан һуң ҡыҙ тейешле исемлеккә кертелгән, уны автобусҡа индермәгән уҡытыусыларға шелтә бирелгән.


Вернуться назад