Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үҙенең эш сәфәре барышында Өфөләге “ПЭТ Технолоджи” ядро медицинаһы үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.Директор Павел Головин учреждениеның 2014 йылда асылғаны, инвестиция күләменең 1 миллиард һум тәшкил иткәне хаҡында һөйләне. Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше – яман шеш ауырыуҙарын ПЭТ алымы ярҙамында диагностикалау һәм шештәрҙе “Кибер-Бысаҡ” радиохирургия системаһы менән дауалау.
“Беҙҙең үҙәктә 20 мең самаһы ПЭТ/КТ тикшеренеүе, “Кибер-Бысаҡ” системаһында 1470 операция үткәрелде, – тине ул. – Пациенттарҙың 90 проценты мотлаҡ медицина страховкалау иҫәбенә бушлай ярҙам алды, алты процент башҡа төбәктәрҙән булды, дүрт процент үҙ аҡсаһына дауаланды”.
Игорь Комаровҡа ПЭТ-сканерҙың һәм “Кибер-Бысаҡ”тың нисек эшләгәнен күрһәттеләр. Ядро медицинаһы үҙәгендә бөгөн Рәсәй өсөн үҙенсәлекле радиофармпрепараттар етештереү, сифатын контролдә тотоу һәм килтереү системаһы эшләй. Етештереү үҙәгендә көн һайын 70 дозаға тиклем дарыу препараттары әҙерләнә.