Баймаҡ районында бер биләмәгә ҡараған Күсей һәм Басай ауылдары халҡы элек-электән дуҫ, татыу йәшәй. Күршеләр үҙ-ара төрлө мәҙәни саралар ойоштороп, уларҙа әүҙем ҡатнаша, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем пропагандалай.Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Күсей мәктәбе спорт залында ике ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында волейбол ярыштары үтте. Һәр ауылдан икешәр команда ҡатнашты. Йәштәр тупланғандары таҫыллыраҡ, сосораҡ булып сыҡты.
Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина ошондай сараларҙың халыҡты нығыраҡ берләштереүен билдәләне, спорт ярыштарының артабан да дауам итәсәген белдерҙе. “Сәләмәт тормошто һәр кем үҙенән башларға тейеш – быны беҙҙең халыҡ ныҡлы аңлай, бер-береһенә өлгө күрһәтеп йәшәй”, – тине ул.