Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә.Делегацияға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев етәкселек итә. Әҙиптәр осрашыуҙы БДУ-ның Сибай институтынан башлай. Студенттар менән аралашҡас, ҡаланың гимназия-интернатында, Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында, Ял һәм мәҙәниәт йортонда әҙәби кисәләр көтөлә.
Шиғриәтте яратҡан, әҙип һүҙен ишетергә теләгән сибайҙар Өфө ҡунаҡтарын ашҡынып көтә. Шиғырҙа сихри көс бар, тиҙәр бит.