"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"19.02.2019
"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй, тип белдерҙе республика һаҡлыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.

“Урында табиптар бригадаһы, шул иҫәптән аллергологтар, пульмонологтар, ЛОР-белгестәр даими эш алып бара, – тине ул. – Бөгөнгә мәғлүмәттәр буйынса, балаларҙың тар белгестәргә күпләп мөрәжәғәт итеүе теркәлмәгән. Танауҙан ҡан килеү осраҡтары юҡ. Киреһенсә, табиптарға мөрәжәғәт итеү кәмей. Киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән сирләгәндәр һаны республикалағы дөйөм күрһәткестәргә ҡарағанда кәмерәк тә. Бында электрон сират, дауахана коридорҙарына онлайн-камералар ҡуйылған. Күренеүенсә, халыҡ тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ”.


Вернуться назад