Хоҙай аралаған...19.02.2019
Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған. Иҫкәртеү ҡулайламаһы ғаиләнең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылындағы ағас йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йорт тулыһынса ут эсендә була.

Сигнализация тауышын ишеткән хужабикә сабыйын юрғанға төрөп, ут ялмап алған веранда аша йорттан сығып өлгөрә. Тәне янған ҡатынды район дауаханаһына оҙаталар, бала зыян күрмәй.


Вернуться назад