Туғыҙға тиклем эшләйҙәр19.02.2019
Туғыҙға тиклем эшләйҙәрӨфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын үҙгәртә. Педиатрҙар дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 9-ға һәм шәмбе көн 5-кә тиклем ҡабул итәсәк.

Өфө кешеләре өйгә балалар табибын “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша саҡырта ала. Шулай уҡ поликлиниканың регистратураһына тура мөрәжәғәт итергә мөмкин.

18 февралгә ҡарата республикала 37,8 мең сирле теркәлгән, уларҙың 23 меңе – балалар. Баш ҡалала 12,1 мең кеше сирләһә, уларҙың 6,3 меңе кескәйҙәр.




Вернуться назад