Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды Дуҫлыҡ монументы менән тоташтырған йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлын төҙөү планлаштырыла. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн ер аҫты юлын лифттар менән йыһазландырыу күҙаллана.
Әйткәндәй, Салауат Юлаев проспекты аҫтынан 121 метрға һуҙылған һәм 30 йыл самаһы ябыҡ торған ер аҫты юлын да реконструкцияларға ниәтләйҙәр. Проект авторҙары Зәки Вәлиди һәм Сочи урамдары аҫтынан, Сочи һәм Пугачев урамдары киҫелешендә юл үткәргес төҙөргә тәҡдим итә.