Вәт, исмаһам, йәйен!05.06.2012
Вәт, исмаһам, йәйен!Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Хаммат Усманов ауырлығы 64 килограмм, оҙонлоғо 2 метр ярымлыҡ йәйен тотҡан!

Хаммат бала саҡтан балыҡсылыҡты үҙ итә. Шулай ҙа әлегә тиклем бындай табышҡа юлыҡҡаны булмаған.
– Ҙур йәйендәрҙе күргәнем бар ине. Тик ҡасандыр үҙем ошондай балыҡ аулармын тип хыялланмағайным да. Йәйенде апрель башында Ерекле һыу һаҡлағысына Таналыҡ йылғаһы ҡойған урында тоттоҡ. Дүрт кеше инек. Ауға ҙур балыҡ эләккәнен шунда уҡ һиҙҙек. Уны яйлап ҡына ярға һөйрәп сығарҙыҡ. Табышты дүрт өлөшкә бүлдек. Ите ифрат тәмле булды, – тип һөйләне балыҡсы.
Хамматтың ике улы үҫеп килә. Өлкәне Кинйә гел атаһы менән һыу буйына йөрөй икән. Киләсәктә лә ҡармағығыҙға эре-эре балыҡтар эләкһен!
Лилиә Нуретдинова


Вернуться назад