Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Медицина пункты балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан. ФАП-та фельдшерҙың ҡабул итеү бүлмәһе, процедуралар һәм прививкалар кабинеты, көтөү бүлмәһе, санузел бар.
Әлегә тиклем Түбәнге Уҫылы һәм Сулпан ауылдары халҡы медицина ярҙамы алыу өсөн Үрге Уҫылыға, Стәрлетамаҡҡа йөрөй ине. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 400-ләп кешене хеҙмәтләндерәсәк.