Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай.
Әлеге моделдең өҫтөнлөгө шунда – ул ҡала буйлап штангаһыҙ йөрөй ала. Был транспортты бәйләнеш селтәре булмаған биҫтәләргә лә ебәрергә мөмкин.
Яңы төр транспорт предприятиела 2017–2018 йылдарҙа проектланған. Ул “Мегаполис” кузовы нигеҙендә эшләнгән. Әйткәндәй, бындай динамикалы заряд алыусы троллейбустар һәм электробустар Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә үҙҙәрен ыңғай яҡтан танытып өлгөргән. Машина йәмәғәт транспорты өлкәһендәге заман талаптарына яуап биргән сифатлы экстерьер менән тәьмин ителгән.