Ҡар һәм буран19.02.2019
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, 20 февралдә бер аҙ ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Ел төндә төньяҡтан, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан. Һауа температураһы төндә 15-20, аяҙытҡанда 23-28, көндөҙ 7-12 градус һалҡын.

21 февралдә ҡар яуа, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлға көрт һалыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә 13-18, көнбайышта 8 градусҡа тиклем, көндөҙ 2-7 градус һалҡын була.





Вернуться назад