Буран эште тотҡарлай19.02.2019
Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәрен дауам итә. Кисә иһә Башҡортостандың көньяҡ төбәктәре йәнә ҡар аҫтында ҡалды. Әйткәндәй, ҡар әле һаман тынмай, таҙартыу эштәре етди бара.

Мәҫәлән, кисә Сибайҙа 8 мм ҡар төшкән, ул декада нормаһына тап килә. Әммә шулай ҙа ҡар ауырлыҡтар ҙа тыуҙырҙы. “Талҡаҫ” шифаханаһында йәшәгән Өфө табиптары бөгөн иртәнән бирле Сибайға эшкә бара алмай. Баймаҡтан хәбәр итеүҙәренсә, юлды таҙартыу өсөн иң яҡын булған коммуналь техника ебәрелгән, тик ҡар өйөмөн ошоға тиклем йырып сыға алмағандар. Әлеге мәлдә икенсе техника ярҙамға ашыға.

Табиптар пациенттар ҡабул итеүҙе төштән һуң башлар, тип күҙаллана. Көндөң икенсе яртыһына килә алмағандар яҙылыу ваҡытын башҡа көнгә лә күсерә ала.





Вернуться назад