Ейәнсура районының Хәсән тауы аша үтеүселәр һыуырҙарға (сурок) күптән күнгән — иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем байбаҡтар (икенсе исеме шулай) — юлаусыларҙың алмаштырғыһыҙ юлдашы. Тик уларға яҡын килермен тимә, йәһәт кенә өңдәренә инеп юғалыу яғын ҡарайҙар.
Йәнлектәр донъяһының был әүҙем вәкиленең оҙонлоғо — 58 – 62 см, ҡойроҡ оҙонлоғо — 12 – 18 см, ауырлығы 8 —12 килограмм тәшкил итә. Улар, ғәҙәттә, көтөү бик үк тапамаған, һөрөлмәгән, тупраҡ ҡатламы йомшаҡ булған, аҡбурлы йәки эзбизлы тау битләүҙәрен үҙ итә. Кимереүселәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тупраҡ яҡшыра, азот һәм минераль ашламалар менән байытыла. Ҡышҡылыҡҡа өңдө йәнлектәр 2 – 4 метр тәрәнлектә ҡаҙа һәм унда ғаиләһе (12 – 15 баш) менән йоҡларға ята. Өңөнә барып етеү өсөн ер аҫтынан 30 – 40 метр самаһындағы лабиринтты үтергә кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡышҡы йоҡо дәүерендә һыуырҙарҙың организмы бер ниндәй ҙә инфекцияға бирешмәй. Уларҙың ғүмер оҙонлоғо — 12–14 йыл.
Элек ошо йәнлектәргә тиреһе, ите, майы өсөн һунар ҡылғандар, бынан тыш, ваба ауырыуына ҡаршы саралар ваҡытында ла уларҙы аяуһыҙ ҡырғандар. Һөҙөмтәлә һыуырҙарҙы йорт шарттарында үрсетеү технологияһы эшләнгән. Әлеге ваҡытта уға һунар тыйылған. Бына ошондай йәнлек йәшәй Ейәнсурала.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.