Хәҙерге заман әсәйҙәре подгузник, памперс тип йөрөтөлгән сабыйҙар өсөн бик кәрәкле гигиена әйберҙәренән башҡа бала үҫтереү мөмкинлеген белмәй. Ә бит бынан 20-30 йыл самаһы элек ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошондай уңайлы әйберҙәр хаҡында ишеткәне лә булманы.
Бәлки, шуғалыр ҙа ҡайһы бер өләсәйҙәр уларҙың сабыйҙар сәләмәтлеге өсөн зарарлы булыуын раҫларға тырыша. Шул уйҙырмаларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек.
1. Подгузниктар эсендә “быу тәьҫире” барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә сабыйҙың тән температураһы күтәрелә, тән ағзалары ныҡ йылына. Малайҙар сәләмәтлеге өсөн был айырыуса зарарлы, хатта түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
Был фекер дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй табиптар һәм эксперттар. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, подгузниктың өҫкө яғы еүеш булғанда ғына, быуланырға мөмкин. Хәҙерге заманса памперстарҙың үҙенсәлеге шунда: уның бала тәненә тейеп торған эске ҡатламы, үҙе аша дымды үткәреп, оҙаҡ ваҡытҡа ҡоро ҡалыу үҙенсәлегенә эйә. Ваҡытында подгузникты алмаштырырға онотмағыҙ.
2. Памперстың ҡамасаулауы һөҙөмтәһендә сабыйҙың быуындары дөрөҫ үҫешмәүе, ә аяҡтары кәкре үҫеүе ихтимал.
Эксперттар был фекерҙе лә кире ҡаға. Ысынында, памперстар сабыйҙың аяҡтары дөрөҫ үҫеүенә ярҙам ғына итә, хатта янбаш-бот быуыны дисплазияһы сирен иҫкәртеүгә булыша, тип иҫбатлайҙар.
Әммә өләсәйҙәрҙең түбәндәге файҙалы кәңәштәрен һис тә инҡар итеп булмай.
Бала тәүлек әйләнәһенә памперста йөрөргә тейеш түгел. Көнөнә кәм тигәндә ике-өс тапҡыр унан арындырып, 20-30-ар минут ял ойоштороғоҙ. Һауа ванналары ла сабыйға файҙалы.
Әгәр ҙә памперсҡа аллергия билдәләре күҙәтелһә, уның маркаһын алыштырығыҙ.
Подгузниктарҙы йыш алмаштырып тороғоҙ. Баланың бер үк памперста өс сәғәттән дә ашыу булыуына юл ҡуймағыҙ.