Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса ҡаралған өҫтәмә гарантиялар тураһында барыһын да беләбеҙме? Өфө ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы белгестәре тап ошо хаҡта аңлатма бирә.
1. Урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларына инеүгә әҙерлек буйынса курстарҙа бушлай уҡыуға хоҡуҡ.
2. Икенсе башланғыс профессиональ белемде түләүһеҙ алыу хоҡуғы.
3. Уҡыу йортон тамамлағанға ҡәҙәр тулы дәүләт тәьминәтенә һәм өҫтәмә гарантияларға хоҡуҡ. Шулай уҡ дәүләт белем биреү учреждениеларында көндөҙгө уҡыу формаһында белем алғанда 23 йәштән һуң да был хоҡуҡ һаҡлана.
4. Юғары стипендия алыуға хоҡуҡ. Уның күләме, белем биреү учреждениеһында билдәләнгән стипендия менән сағыштырғанда, 50 проценттан да кәм булмаған дәүмәлгә арта.
5. Производство практикаһында һәм эшкә өйрәнеү осоронда эш хаҡын 100 процент күләмендә алыу хоҡуғы.
6. Белем биреү йорто бүлгән өс айлыҡ стипендия күләмендәге аҡсаға уҡыу кәрәк-ярағы, китаптар алыу хоҡуғы.
7. Белем биреү учреждениеһында уҡыған осорҙа түләүһеҙ туҡланыу һәм йәшәүгә хоҡуҡ. Каникул ваҡытында ла улар был хоҡуҡтан файҙалана ала.
8. Медицина күрһәтмәләре буйынса академик ялда булғанда дәүләт тәьмин итеүенә һәм стипендия алыуға хоҡуҡ һаҡлана.
9. Ҡала эсендә һәм ҡала яны транспортында бушлай йөрөүгә хоҡуҡ. Шулай уҡ йылына бер тапҡыр йәшәгән урынына барып ҡайтыу ҙа түләүһеҙ.
10. Балалар йорто тәрбиәһенән оло тормошҡа аяҡ баҫҡан үҫмерҙәр, законда раҫланған нормаларға ярашлы, кейем, аяҡ кейеме, йомшаҡ инвентарь менән тәьмин ителергә һәм 500 һумдан да кәм булмаған бер тапҡыр бирелеүсе түләүгә хоҡуҡлы.
11. Торлаҡ беркетелгән етемдәр ниндәй генә белем усаҡтарында уҡыуына, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүенә, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүенә, хатта иркенән мәхрүм ителеүенә ҡарамаҫтан, торлаҡҡа хоҡуҡтарын юғалтмай.
12. Беркетелгән торлағы булмағандар йәшәгән урыны буйынса башҡарма власть органдары тарафынан торлаҡ майҙаны менән сираттан тыш тәьмин ителә. Яңғыҙ йәшәүсе етемдәр өсөн — 33 квадрат метр. Ике етемдән торған ғаилә өсөн — 42 квадрат метр. Өс һәм унан да күберәк етемдән торған ғаиләнең һәр ағзаһына 18 квадрат метр майҙан тейеш.