Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан йәш табиптар бөгөн Мәләүез район үҙәк дауаханаһында бихисап. Уларҙың ҙур ҡалаларҙа ҡалмай, райондарҙы һайлауы ҡыуаныслы, әлбиттә. Етмәһә, урындағы етәкселек тә йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл итә.
Арыҫлан Ринат улы Аҫылбаев Мәләүез район үҙәк дауаханаһына нейрохирург булып былтыр ғына эшкә ҡайтҡан. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәш табип үҙен оҫта хирург, юғары квалификациялы белгес итеп танытырға ла өлгөргән. Уны дауахана етәкселеге лә перспективалы, алдынғы ҡарашлы табип тип билдәләй. Арыҫлан Ринат улы Салауат ҡалаһынан. Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын тамамлаған, М.Ф. Владимировский исемендәге Мәскәү өлкә клиника ғилми-тикшеренеү институтында белемен камиллаштырған.
— Медицина — бала саҡ хыялым, шуға ла мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуманы, нейрохирург булырға ҡарар иттем, — ти Арыҫлан Аҫылбаев. — Коллектив бик йылы ҡаршы алды, тәжрибәле табиптар һәр саҡ файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә. Уларҙың һәр кәңәшен күңелемә һеңдерергә тырышам.
Арыҫлан Ринат улын ауырыуҙар ҙа ихтирам итә, абруйы халыҡ араһында көслө. Табип, юғары уҡыу йорттарында алған белемен маҡсатлы ҡулланып, сирлеләрҙе йылы һүҙе менән генә түгел, ә заманса медицина ҡорамалдары менән дауалай. Халыҡ уға ышана, уны яратып “аҡ халатлы фәрештәбеҙ” тип йөрөтә.
— Тәүге көндәрҙән үк Арыҫлан Ринат улы үҙен яҡшы белгес итеп танытты, сабыр холоҡло, итәғәтле, иғтибарлы, — ти бүлексә мөдире Илһам Сабит улы Яҡупов. — Уның киләсәге өмөтлө, абруйлы нейрохирург буласаҡ ул. Мәләүездәргә ҡыуанырға урын бар, сөнки нейрохирургия өлкәһе буйынса юғары квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлеге тыуҙы.