Айырыуса өлкәндәр ыҙалай18.02.2019
Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә ҡарата мәғлүмәт буйынса, 37,8 меңгә еткән, шуларҙың 23 меңе – балалар.

“Халыҡ күп йәшәгән урындарҙа эпидемия айырыуса көслө, үткән аҙналағы күрһәткестән 13 процентҡа юғарыраҡ, – тип хәбәр иттеләр “Ростребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Өфөлә әле киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән 12,1 мең кеше ауырый, уларҙың 6,3 меңе – балалар. Сир айырыуса өлкәндәр һәм 7 – 14 йәшлектәр араһында көслө.


Вернуться назад