Тәбиғәт ҡомартҡыһы аяныслы хәлдә05.06.2012
Тәбиғәт ҡомартҡыһы аяныслы хәлдәЙылдан-йыл ҡайҙа етте шунда барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәренә ҡаршы көрәш ҡырҡыулаша бара. Ҡайһы бер кешеләр көнкүреш ҡалдыҡтарын махсус ҡыйлыҡҡа алып барыу урынына, уны юл буйына, урман ситенә йә башҡа ергә ҡалдырып китеүҙе яҙыҡ тип иҫәпләмәй. Был өйөмдәрҙең тәбиғәткә, йәмғиәткә килтергән зыяны тураһында улар уйлап та бирмәй шикелле.

Өфө районының Горново ауылы эргәһендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы ошондай сүп-сар өйөмө арҡаһында аяныслы хәлдә ҡалыуы тураһында ишеткәс, юлға сыҡтыҡ. Был ауыл эргәһендә “Ағиҙел” баҡса кооперативы башлана, өс меңдән ашыу баҡса өйө бар. Улар бик матур урында, тау башында урынлашҡан. Аҫта бормаланып Ағиҙел Тәбиғәт ҡомартҡыһы аяныслы хәлдәйылғаһы аға. Бында төрлө дәүерҙәргә ҡараған ер аҫты ҡатламдарының бөтөн донъяға билдәле асыҡ киҫелеше бар. Әлеге ҡая Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән, ләкин баҡсасыларҙың хаяһыҙлығы арҡаһында бөгөн уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Киҫелештең түбәнге өлөшө – 350 миллион йыл элек булған ваҡиғаларҙың шаһиты. Ҡасандыр ҡаяның алғы яғында карьер эшләп, ҡом-таш аҡтарғандар. Хәҙер ул ташландыҡ хәлдә, бер нисек тә нығытылмаған. Ҡар иреү, ямғырҙар арҡаһында ул йыуылып, йылдан-йыл ҡаяға яҡынлаша бара. Ә урындағы халыҡ был мәсьәләгә әллә битараф инде, тип аптырап та ҡуяһың. Үтеп-һүтеп йөрөгән баҡсасыларҙан:
— Ниңә бында сүп ташлайһығыҙ? — тип һорағайным:
Тәбиғәт ҡомартҡыһы аяныслы хәлдә— Ҡайҙа ташларға ҡушаһың, әйт, шунда алып барырбыҙ, — тип кенә яуапланылар.
Ҡыҙылъяр ауыл хакимиәте башлығы Әсҡәт Ғиндуллин, баҡсасыларҙың баш-баштаҡлығы менән көрәшеп арыныҡ, ти.
– Был ҡыйлыҡ әллә ҡасан бәләгә әүерелде инде. Былтыр уны күмеп ҡуйғайныҡ, “Сүп ташларға ярамай, штраф – 1 000 һум!” тигән яҙыу ҙа элгәйнек, ләкин хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды. Яҙыуҙы бер аҙнанан алып ташланылар. Уның урынына ҡуйылғанынан да елдәр иҫкән, – тине ул.
Ҡул өсөн баш яуаплы тигәндәй, ошонда сүп-сар ташлаған кешеләрҙе язаға тарттырырға ине лә бит. Тик участка полицейскийының да, ауыл Советының да быға вәкәләттәре юҡ. Ә бының өсөн махсус саҡырылған экологтар, киреһенсә, биләмәлә санкцияланмаған ҡыйлыҡ асҡан өсөн ауыл Советына 10 мең һумлыҡ штраф һалған. Бына шулай – осона сығып ҡара. 1959 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шокуров Горново ауылы эргәһендә палеолитик ҡалдыҡтар, кремнийҙан эшләнгән ҡоралдар тапҡан. Ләкин тарихсылар өсөн был ер мәңгелеккә сүп аҫтында ҡалған инде…
Йәшәгән еребеҙ таҙа булһын өсөн барыбыҙ ҙа тырышлыҡ һалырға тейеш тә бит. Шул саҡта ғына тирә-яҡ мөхитте сүп-сар баҫмаҫ ине. Ниңәлер, киреһенсә, битарафтарҙың һаны көндән-көн арта.
Лилиә Нуретдинова

Өфө районы.


Вернуться назад