Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ компенсация аҡсаһы аласаҡ, тигән хәбәр менән тулды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тура килмәй.
“Шифахана-курорт дауалауы өсөн компенсация ни бары федераль ташламаға эйә булғандарға ғына түләнә: улар – инвалидтар, инвалид балалар, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр. Тик ошо категорияға ҡараған граждандар ғына компенсация ала, дауаланыу урынына түләүһеҙ билеттар, бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителә. Федераль ташламаларға эйә булған кешеләр социаль пакетты натуралата йәки аҡсалата ала. Шифаханаға бушлай барырға теләгәндәр Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһенә ғариза яҙа, ни бары йыл һайын медицина белешмәһен яңыртырға кәрәк. Баш тартҡан осраҡта, Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә ғариза яҙалар һәм ай һайын пенсияларына өҫтәмә түләү алалар”, – тине ведомствоның матбуғат секретары Роза Кузьменко.