Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Сибай мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тәүлегенә һыу бүлеү күләмен 10 мең кубометрға еткерҙе, көкөрт диоксиды миҡдарын кәметеү өсөн эзбиз килтерелә.
– Был аҙнала сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы һауа шарттары көтөлә. Көкөрт диоксидының һауалағы миҡдары норманан артманы, – тине Рөстәм Афзалов.
Карьерға һыу тултырыуҙы 20 мартҡа тиклем тамамлау күҙаллана.