Йәйҙең йәмен ебәрмәйек!05.06.2012
Йәмле йәйҙең ҡәҙерен беләйек, йәмәғәт! Көндәлек мәшәҡәттәр мәңге бөтмәйәсәк, эш кәмемәйәсәк – шул ығы-зығы араһында ял итергә, күңел күтәренкелеге кисерергә ваҡыт табығыҙ, сәйәхәт итегеҙ, дуҫтар! "Артыҡ аҡса барҙыр шул", – тиер бәғзеләр. Булмаһа ни? Бөтәһе лә диңгеҙ ярына китеп бөтһә, ҡомло ярҙа урын етмәҫ... Башҡортостаныбыҙ – ғәжәйеп күркәм төбәк, уның гүзәллеген күрергә, тулы һыулы йылға-күлдәре буйында, еләҫ урмандары араһында ял итергә, мәғрур тауҙарын үрләргә теләүселәр бихисап. Ә беҙ ошонда йәшәп тә йәнтөйәкте иңләргә йөрьәт итмәйбеҙ. Форсаттан файҙаланып, республиканың киң танылған хозур урындарын барлап сығырға булдыҡ – бәлки, кемдәлер дәрт-дарман уяныр, яҡындарын автомобилгә ултыртып, ял итергә юлланыр.

Йәйҙең йәмен ебәрмәйек!Ирәмәл тауы

Бейеклеге буйынса Башҡортостанда икенсе урынды алып торған (1582 метр) мөһабәт тау – ял итеүселәр мәккәһе, йыл һайын унда илдең һәм донъяның төрлө төбәктәренән меңәрләгән турист килә.
Ҙур Ирәмәл Бәләкәй Ирәмәл (1449 метр) менән тоташҡан, эйәр формаһын хәтерләткән арауыҡтың киңлеге — 1 километр, бейеклеге — 1200 – 1250 метр самаһы. Тау һыҙаты төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан – 12, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа 8 километрға һуҙылған. Көньяҡ Уралдың иң күркәм тауҙарының береһе булған бейеклек итәгенән тиҫтәләгән йылға башлана, шул иҫәптән Башҡортостан символына әүерелгән Ағиҙел дә.
Башҡорт халҡы өсөн Ирәмәл – изге төбәк, тау тураһындағы легенда-риүәйәттәр әле лә йәшәй. Шулай уҡ тауҙы төрлө фән белгестәре, эзотериктар үҙ итә. Ғалимдар төбәктең уникаль тәбиғәтен өйрәнһә, икенселәре аңлатып булмаған, фәнни ҡанундарға һыймаған үҙенсәлекле күренештәрҙе барлау менән мәшғүл. Әммә барыһын да уртаҡ фекер берләштерә: бөйөк һәм бейек Ирәмәл – ҡеүәтле ыңғай энергия сығанағы, унда аяҡ баҫҡан кеше тормошоноң яңы битен аса. Тәбиғәттең күркәмлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй: күккә олғашҡан ылыҫлы ағастар, мәғрур ҡаялар, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы онотолмаҫлыҡ ләззәт һәм рухи яңырыу бүләк итә. Ирәмәлгә туристик агентлыҡтар ярҙамы менән барырға мөмкин. Был бигерәк тә ҡырағай тәбиғәт шарттарына ҡулайлашмаған, тәжрибәһеҙ кешеләр өсөн уңайлы. Үҙ юлы менән сәйәхәт итеүселәр иһә Учалы, Белорет районының ауылдары аша барып етә ала. Шулай ҙа "башҡорт тайгаһы" тип йөрөтөлгән ҡырыҫ төбәккә юлды һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белгән кешегә эйәреп барыу зарур.

Йәйҙең йәмен ебәрмәйек!Павловка һыу һаҡлағысы

Ҡариҙел йылғаһындағы һыу һаҡлағыста республиканың иң ҡеүәтле “Павловка” гидроэлектр станцияһы урынлашҡан. Оҙонлоғо – 150 километр, киңлеге – 700 – 1750 метр. Өфө ҡалаһын һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ. Ярҙары Ҡариҙел, Благовещен, Нуриман райондары биләмәләренә инә. Бында турист базалары, ял йорттары бик күп. Шуға күрә ял итеү шарттарын кеҫәгеҙгә ҡарап һайларға мөмкин. Төп маҡсатығыҙ күркәм, ҡырағай тәбиғәт ҡосағында ваҡыт үткәреү икән, тимәк, был йүнәлеш — тап һеҙҙең өсөн.
Ҡуйы урман менән уратып алынған һыу ятҡылығында рәхәтләнеп һыу инергә, балыҡ тоторға, кәмәлә, катамаранда йөрөргә була. Яҡындағы урман еләк-бәшмәккә бай. Балыҡ тигәндән, бында уларҙың тиҫтәләгән төрөн ауларға мөмкин, халыҡ һыу аҫты былыҡсылығы, дайвинг менән дә шөғөлләнергә ярата.
Әйткәндәй, Павловка һыу һаҡлағысынан йыраҡ түгел, Нуриман районында туристар араһында киң билдәле Саруа күле урынлашҡан. Оҙонлоғо – 60, киңлеге 30 метр самаһы ғына булған һыу ятҡылығының тәрәнлеге – 38 метр! Карст ҡыуышлығында хасил булған күлдән Саруа йылғаһы ағып сыға. Һыу ятҡылығы 10 – 12 метр тәрәнлеккә тиклем асыҡ күренә. Зәп-зәңгәр һыу көҙгөһө күҙҙе ҡамаштыра, һалҡынлығы үҙәккә үтә. Бында һыу инергә ҡыйыуҙар ғына йөрьәт итә. Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһында дайверҙар айырыуса йыш була.
Нуриманға юл төшкәс, Ҡыҙыл инеш ("Красный ключ") сығанағын да күрмәй ҡайтмағыҙ! Ул ҡеүәте буйынса Рәсәйҙә – беренсе, донъяла икенсе урынды биләй – секундына ер аҫтынан 14,88 куб метр һыу бәреп сығара. Ул ике карст соҡоронан урғыла. Береһенең тәрәнлеге – 38, икенсеһенеке – 20 метр. Һыу сыҡҡан урында хасил булған күлдең ҙурлығы – 170-кә 190 метр. Тап ошо урында ер аҫтынан аҡҡан Яманйылғаның һыуы өҫкә ҡалҡа, быға тиклем ул 60 километр самаһы араны ер аҫтынан үтә. Ҡыҙыл инеш һыуы микроэлементтарға бай, сихәтле көскә эйә.

Йәйҙең йәмен ебәрмәйек!Һыу буйында еләҫ тә, рәхәт тә

Йыраҡ бармайынса ғына ял итергә теләгәндәр өсөн тағы бер тәҡдим. Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә, Инйәр йылғаһында туристар үҙ иткән ифрат күркәм урын бар. Таш менән ҡапланған һөҙәк яр өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә. Асы шарлауығын урыҫ теленә "Зеркальный" йә иһә "Ирҙәрҙең күҙ йәше" тип тә тәржемә итәләр. Эш шунда: бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә шарлауыҡ булмаған, бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте "Илаусы таш" тип тә йөрөткән. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡанундары: айырыуса яҙ шарлауыҡ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны "Көҙгөлө шарлауыҡ" тип тә атағандарҙыр.
Һыу мүк менән ҡапланған таштарҙан үҙ яйы менән тама бирә. Йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында ҙур таш бар – унда сумып сығырға мөмкин. Саф һауа, күҙ йәшеләй таҙа һыу, уңайлы урын – ял итеү өсөн тағы ни кәрәк?!
Гүзәлиә Балтабаева


Вернуться назад