Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы шифаханаларға юллама бүлергә ҡушты.
Яңыраҡ төбәк етәксеһе был илдән совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллығы айҡанлы улар менән осрашҡайны. Өлкән йәштәге кешеләр йыш ҡына ял итергә республиканан ситкә йүнәлтмә алыуын белдерҙе. Ә ололарға алыҫ юлда йөрөүе еңелдән түгел.
Радий Фәрит улы вазифалы кешеләргә март айынан уҡ мохтаждарға Башҡортостан шифахана-курорттарынан урын бүлеүҙе хәстәрләүҙе йөкмәтте.