Подъезығыҙ ни хәлдә?18.02.2019
Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, подъездарҙы ремонтлау программаһының ваҡытында тормошҡа ашырылмауы ихтимал.

Төбәк етәксеһе төҙөкләндереү эштәре буйынса йәмәғәтселектең фекер алышыуын да 20 февралдән 1 мартҡа тиклем оҙайтыу зарурлығын белдерҙе.

Йыйылыштарҙа торлаҡ хужалары эштәр исемлеген төҙөргә, уны ҡабул итеү һәм контролдә тотоу өсөн яуаплы кешене тәғәйенләргә тейеш. Бындай сараларҙы 1 мартҡа тиклем оҙайтыу киләсәктә халыҡтың теге йәки был эшкә ҡарата фекерен асыҡлау, ҡәнәғәтһеҙлеккә юл ҡуймау мөмкинлеген бирәсәк.





Вернуться назад