Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына ял итеү өсөн эпидемиологик яҡтан тыныс сит илдәрҙе һайларға ҡуша. Иҫкәртеү әлеге ваҡытта Перу дәүләтендә денге биҙгәге таралыу сәбәпле иғлан ителде.
Былтыр был ауырыу сығанаҡтары Урта һәм Көньяҡ Америкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла теркәлгән. Айырыуса Таиланд, Вьетнам, Индонезия, Һиндостан, Бангладеш, Гонконг, Мальдив утрауҙары хәүефле. Һөҙөмтәлә беҙҙең туристар ошо вирусты илгә алып ҡайта. Элекке йыл 196 осраҡ теркәлһә, былтыр – 259.
Инфекция сирле кешенән, маймылдарҙан, ярғанаттарҙан серәкәйҙәр аша йоға. Һаҡ булығыҙ!