Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡар таҙартыу, техника һатып алыу мәсьәләләренә һәм муниципалитет башлыҡтарының ошо өлкәләге эшенә айырым баҫым яһаны.
– Техника бар, эште ойоштороғоҙ. Кәрәк икән, төндә лә эшләгеҙ, ҡар таҙартыуға бәйле ялыуҙар һанын кәметегеҙ. Быйылғы ҡыш әлеге состав өсөн һынау осоро. Әүҙемлекте кәметмәгеҙ. Февраль дә, март та ҡарлы буласаҡ, – тине ул.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Кирәев техника һатып алыу буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
– Яңы йылға тиклем үк күрһәтмәләр бирҙем, йәйгә ҡала урамдарын, юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡуштым. Туҙан һурҙырыу, һыу һибеү машиналарын һатып алырға кәрәк. Аҡса бүлергә әҙермен. Тик апрелдә ҡар итеп бөтөп, майҙа урамдар туҙан эсендә ҡалһа, ә һеҙ техника юҡлыҡҡа зарланһағыҙ, ғәфү итмәм. Эшләгеҙ, – тине Радий Хәбиров.