Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең социаль блогы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшен тәнҡитләне, ағымдағы йылда Башҡортостан поликлиникаларын тәртипкә килтереп бөтөргә ҡушты.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, поликлиника яҡты, таҙа, матур булырға тейеш, ә унда ингән кешене итәғәтле итеп ҡаршы алыуҙары фарыз. Быны тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һәм аҡса талап ителмәй.
Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе 2019 йылдың аҙағына тиклем балалар һәм ололар поликлиникаларын тышҡы яҡтан биҙәү һәм маршрутлаштырыу проектын тормошҡа ашырыу бурысын ҡуйғайны. Шулай уҡ 1 мартҡа тиклем медицина учреждениеларында косметик ремонт та яһалырға тейеш.
– Бәләкәй генә проблеманы хәл итеү өҫтөндә лә эшләмәгәс, етдиерәк мәсьәләләр тураһында ни уйламаҡ кәрәк? – тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ошо тема яҡындағы “Һаулыҡ сәғәте”ндә тикшереләсәк.