Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...18.02.2019
Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

2017 йылда эшсе төркөм төҙөлөп, конкурс үткәрелә. 12 проект араһынан скульптор Владимир Лобанов менән архитектор Леонид Дубинскийҙың эше һайлап алына.

Бер нисә йыл элек балет артисының бронза һәйкәлен билдәле скульптор Зураб Церетели яһаған да була. Әммә ул Өфөгә тәтемәй, сөнки уны килтереү, йыйыу һәм урынлаштырыу 30-40 миллион һум сығым талап итә. Һөҙөмтәлә был һәйкәл Ҡазан ҡалаһында ҡуйыла.




Вернуться назад