Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!18.02.2019
13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте. Унда донъяның 15 иле, шул иҫәптән АҠШ, Швейцария, Словения, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа дәүләттәр ҡатнашты.

Мәртәбәле сарала Рәсәйҙән Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәгенең ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса профессоры Әмир Ишемғолов та булды.

Йыйында ойошмала етештерелгән дауалау-профилактик һәм косметология әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ төрлө тарафтарҙан йыйылған вәкилдәр йүкә балын тәмләнеләр. Махсус технология буйынса етештерелгән аҡ бал да ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.


Вернуться назад