Алдынғылар араһында – Темәс башлығы18.02.2019
Баймаҡ районында һәр йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, алға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы бүләкләү күркәм йолаға әүерелгән.

Быйылғы ошондай сараны асып, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев үтәлгән эштәргә йомғаҡ яһаны, ағымдағы йылға билдәләнгән маҡсаттарҙы барлап сығыш яһаны. Унан “Йыл проекты”, “Йыл акцияһы”, “Йыл хужалығы”, “Йыл предприятиеһы” һ.б. район номинацияларында еңеүселәр асыҡланды, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде.

Лайыҡлы баһаланғандар араһында Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова ла бар (фотоһүрәттә). Ул “Йыл ауыл биләмәһе башлығы” тип билдәләнде. Темәс, Ишей, Бетерә, Сәксәй, Әмин, Күнзавод, Түбәнге Таһир, Үрге Таһир һәм Һаҡмар ауылдарының тормош-көнкүреше өсөн яуаплы етәксе үҙ бурыстарын теүәл атҡарыуы, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе, йәшәйеште яҡшыртырға ынтылыуы менән халыҡ һөйөүен яулаған.

Сарала һөнәр алдынғыларын хеҙмәт һәм тыл ветерандары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡотланы. Күркәм осрашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.


Вернуться назад