Февраль булғас, туҙһын бураны!17.02.2019
Башҡортостан гидрометерология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе ике көндә буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Юлдарҙың айырым участкаларына ҡар һырынтыһы һалынасаҡ, тайғаҡ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә иҫә, һауа температураһы төнөн – 7 – 12, көндөҙ 2 – 7 градус һалҡын.

19 февралдә бигүк үҙгәреш көтөлмәй, буран ғына бер аҙ баҫылыр тип фаразлана. Һауа температураһы төндә – 11 – 16, көндөҙ 4 – 9 градус һыуыҡ.


Вернуться назад