Яҡтыкүлдән яңы көс-дәрт алып17.02.2019
Сибай мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларынан бер төркөм “Яҡтыкүл” шифаханаһында булып, сәләмәтлеген нығытып ҡайтты.

– Тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлашҡан ял йорто беҙгә ныҡ оҡшаны. Бигерәк тә бассейнда йөҙөү, катокта шыуыу онотолмаҫ минуттар бүләк итте. Шулай уҡ тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан ергә күтәрелеп, бейеклектән бар тирә-яҡты күҙәтеү күңелдә иҫ киткес яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы, – тип шатлығы менән уртаҡлашты уҡыусылар.

Ғөмүмән, йәмле Яҡтыкүл, мәғрур Ҡырҡты буйында, саф һауала Сибай уҡыусылары рәхәтләнеп ял итте, сәләмәтлеген нығытты, яңы көс, сәм, дәрт менән ҡайтты.


Вернуться назад