Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының авария хәлендәге белем усағын тиҙҙән һүтә башлап, уның урынына 375 урынлыҡ өр-яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла.Ауыл халҡы былтыр көҙ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа уҡыу йортоноң емерек хәлдә булыуы, балаларҙы унда йөрөтөү ҡурҡыныс икәне, тишелгән стенанан һыуыҡ инеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Радий Фәрит улы республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажинға мәсьәләне тулыһынса асыҡлау һәм яйға һалыу бурысын ҡуйҙы.
Экспертиза үткәрелгәс, хәлдең ысынлап та ныҡ насар икәнлеге билдәләнде һәм уҡытыу эшен март башында туҡтатырға ҡарар ителде.
– Яңы мәктәп төҙөү ошо йылдың август-сентябрь айҙарында башланасаҡ. Әле иҫке бинаны һүтеү буйынса эш бара. Проект-смета документтары әҙер булғас, төҙөлөш тулыһынса планлаштырыласаҡ. Иҫке Сибай уҡыусылары 2020 йылдың аҙағынан өр-яңы белем усағында уҡый башлар тигән ышаныстабыҙ, – тине Айбулат Хажин.