Башланғыс кластар ауылда ҡала17.02.2019
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә булды. Ул мәктәп коллективы, ата-әсә менән яҡындан аралашты.

Фекер алышыуҙа шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Тураев ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ауыл мәктәбе яҙмышы хәл ителде: 431 уҡыусының 200-е – Сибай ҡалаһына йөрөп, ә башланғыс класс уҡыусылары урындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә учреждениеһының бер нисә бүлмәһендә һәм Иҫке Сибай музыка мәктәбендәге кабинеттарҙа белем алыуын дауам итәсәк.

Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина әйтеүенсә, уҡыусыларҙы күрше Сибай ҡалаһына йөрөтөү өсөн әле алты автобусты йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ 16 техник белгесте эшкә урынлаштырыу бурысы тора.

Балаларҙы ашатыу мәсьәләһе буйынса өҙөклөктәр булмаҫ, тиҙәр. Ауылда бер уҡыусы өсөн көндәлек туҡланыу 40 һумдан тура килһә, ҡала ерендә – 90 һум. Шулай ҙа нисек тә “алтын урталыҡ”ты һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ, ти Әнисә Баҡый ҡыҙы.


Вернуться назад