Яҙҙың тәүге көнөнән Иҫке Сибай мәктәбенең 5 – 11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә белем ала башлаясаҡ.Барлығы 200 баланы ике сменала уҡытыу ҡарала, улар өсөн “Мәктәп автобусы” бүлеү планлаштырыла. Педагогик коллектив составы тулыһынса һаҡланасаҡ.
Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбе директоры Земфира Смаҡова әйтеүенсә, улар ут күршеләрен ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Бинаның өсөнсө ҡаты буш тора, ул Иҫке Сибай уҡыусыларына биреләсәк. Спорт залында физкультура дәрестәре билдәле график буйынса алып барыласаҡ. Белем алыу өсөн бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ.
Әйткәндәй, Иҫке Сибай урта мәктәбенең емерек хәлдә булыуы сәбәпле, унда уҡытыу туҡталғаны хаҡында алдан хәбәр иткәйнек.