Мәскәүҙәге милли ойошмала – яңы рәйес17.02.2019
“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп Салауат Әхмәҙуллин һайланды.

Ул – Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, “Һәләт” мәҙәни үҙәге етәксеһе.

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары шулай уҡ рәйестең ике урынбаҫарын һайланы. Улар – Радмир Мөфтәхин һәм Илдар Тауылбаев. Башҡарма комитетҡа иң әүҙем, илдең баш ҡалаһында туған телебеҙҙе һәм милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән 18 кеше һайланды, шулай уҡ быйыл үтәсәк V Бөтә донъя ҡоролтайына биш делегат билдәләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин ҙур съезға әҙерлек барышы, бурыстар, аппараттың яңыртылған составы проекттары һ.б. хаҡында сығыш яһаны.

“Мәскәүҙә башҡорт йорто кәрәк, милләттәштәребеҙ унда йыйылыр, фекер алышыр, репетициялар үткәрер ине. Был мәсьәләне бергәләп хәл итә алырбыҙ тип уйлайым”, – тине ул.


Вернуться назад