Белореттың “Металлург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә саңғы ярыштары үтте.47-се тапҡыр ойошторолған сара “Рәсәйҙең саңғы юлы” акцияһына ярашлы уҙҙы. Унда 6 – 80 йәшлек 400-ләп спортсы төрлө йәш категориялары буйынса көс һынашты. Халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған ярышта мәктәп уҡыусылары, махсус һөнәри белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, хеҙмәт коллективтары, хаҡлы ялдағылар 1, 2, 3 һәм 5 саҡрымға уҙышты.
Еңеүселәргә грамоталар, миҙалдар тапшырылды. Әммә еңелеүселәр булманы, һәр кем яҡшы кәйеф, күтәренке рух менән ҡайтты.